Ҡарбуздан ҡайнатма эшләргә ваҡыт. Һеҙҙең өсөн бик шәп рецепт. Ҡайнатма бик тәмле килеп сыға! Башланыҡ!
Ҡарбуз - 1 кг, шәкәр - 800 г, бер лимон һуты, бысаҡ осонда ванилин кәрәк буласаҡ.
Ҡарбуздың йомшаҡ ерен шаҡмаҡлап турайбыҙ, емештәрен алабыҙ. Шәкәр менән бутап 2-3 сәғәткә ҡуйып торабыҙ. Һуңынан һутын һарҡытып сироп эшләйбеҙ. Ошо сиропты ҡарбузға ҡойоп ҡайнар хәлгә еткерәбеҙ. Ҡайнатманы уттан алып 8-10 сәғәткә һыуытырға ҡуябыҙ.
Һыуынғандан һуң тағы бер тапҡыр ҡайнатып сығарабыҙ һәм 3-5 сәғәткә һыуытырға ҡуябыҙ. Шунан ванилин, лимон һуты өҫтәп 3-5 минут йәнә лә ҡайнатып алабыҙ. Артабан кайнатмабыҙҙы стерилизацияланған банкаларға тултырып, ҡапҡастар менән ябып ҡуйһаҡ та була. Һалҡын ҡыш көндәренә хуш еҫле ҡайнатма әҙер! Табындарыбыҙ – мул, үҙебеҙ бәхетле булайыҡ!
Гүзәл Иҫәнгилдина.