Файҙалы кәңәштәр
30 Июль 2023, 13:45

Ауырыуҙы һурып ала

Ә һеҙ беләһегеҙме - күп халыҡта борондан һуған менән дауаланыу киң таралған булған. Был ғына түгел, һуған мистик көскә эйә тип тә һаналған.  Шуларҙың береһе ошолай яңғырай...

Ауырыуҙы һурып алаАуырыуҙы һурып ала
Ауырыуҙы һурып ала

Халыҡ медицинаһынан

Ә һеҙ беләһегеҙме - күп халыҡта борондан һуған менән дауаланыу киң таралған булған. Был ғына түгел, һуған мистик көскә эйә тип һаналған. 

Шуларҙың береһе ошолай яңғырай. Әрселгән башлы һуғанды ауырыу кешенең баш осона һалығыҙ. Халыҡ табиптары һуған сирҙе һурып ала һәм уның эсендә инеп юғала тип иҫәпләгән. 

Ҡайһы саҡта һауығыу өсөн бар ысулды эшләп ҡарарға әҙерһең һәм мөғжизәгә ышанаһың, шулай бит. Ә, бәлки, был дауалау алымында ысынлап та көс барҙыр. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас