Файҙалы кәңәштәр
30 Июль 2023, 07:20

Ассорти компоты

Был компотка сейәгә ҡушып бар емеш-еләкте, алманы һалырға кәрәк. Тағы бер-ике бөртөк мята япрағы һәм иҫ киткес тәмле компот әҙер...

Ассорти компотыАссорти компоты
Ассорти компоты

Сейә компоты бик тәмле булыуы менән айырыла. Әммә уны тағы тәмлерәк итергә була. Бының өсөн баҡсала өлгөргән башҡа емештәрҙе һәм алманы киҫәктәргә бүлеп һалығыҙ. Стерилләнгән 3 литрлыҡ банкаға сейә һәм еләк-емеш (ҡыҙыл ҡарағат, ҡара ҡарағат, алма, груша киҫәктәре) һалабыҙ. Өҫтөнә бер стаканға яҡын шәкәр ҡомо һалығыҙ һәм ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. Ун минуттан был һыуҙы кире кәстрүлгә ҡойоғоҙ һәм стерилләнгән ҡапҡас менән ябығыҙ. Ҡышҡылыҡҡа бик тәмле компот әҙер. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас