

Мөжәүир хәҙрәт төрлө сирҙән, сихыр, боҙом, ҡара уй, һоҡ, күҙ тейеү, тел-тештән өй эсен төтәҫләп таҙалау өсөн боланут(Иван чай) үләнен(һәм уға мәтрүшкә һәм артыш ҡушырға) ҡулланырға кәңәш биргән.
Өйҙө ыҫлар алдынан башта тәһәрәтләнегеҙ, доғалар уҡығыҙ. Еләҫ ерҙә киптерелгән артыш, мәтрүшкә, хәҙрәт үләнен (боланут) самалап алығыҙ. Шунан үләндәрҙе бер-бер артлы һауытҡа һалып ут ҡабыҙығыҙ. Иң беренсе артыш, мәтрүшкә, артабан хәҙрәт үләнен яндырығыҙ, аҙаҡ төтөнө менән өйҙө ыҫлағыҙ. Ишектең һул яғынан башлағыҙ, сәғәт теле йөрөүе буйынса барығыҙ. Мөйөштө аҫтан өҫкә ыҫлағыҙ. Үлән ҡайһы ерҙә шытырҙап яна, шул ерҙә төтөнлө һауытты оҙағыраҡ тоторға кәрәк. Изге әүлиәбеҙ ошолай итеп йылына бер-нисә тапҡыр өйҙө таҙалап торорға өйрәткән. Өйҙө һәм үҙегеҙҙе ошо рәүешле төтәҫләгәндән һуң, тормошоғоҙ ыңғайланыр, сәләмәтлегегеҙ арыуланып, үҙ-ара мөнәсәбәттәр яҡшырыр, юлдарығыҙ асылыр.