+21 °С
Болотло


Стакан ярым йылы һыуға 2 аш ҡалағы шәкәр, 1 сәй ҡалағы сүпрә, ярты стакан он өҫтәп болғатығыҙ. Бызырлап сыҡҡас, ярты стакан көнбағыш майы, тоҙ һәм он өҫтәп ҡамыр баҫығыҙ. Уны 10-15 минутҡа ҡуйып тороғоҙ. Артабан ҡамырҙы йоҡа итеп йәйегеҙ һәм өҫтөнә майонезлы кетпуч һылағыҙ. Ҡамырҙың өҫтөнә колбаса (бешкән ит), помидор турағыҙ. Шулай уҡ кистән ҡалған картуф, макарондарҙы ла, ҡышҡылыҡҡа әҙерләгән берәр банка салатығыҙҙы ла һөртөргә була. Өҫтөнә ҡырғыстан үткәрелген сыр. һибәбеҙ. 15 минутта бешә. Аштарығыҙ тәмле булһын!