Файҙалы кәңәштәр
28 Июль 2023, 07:00

Лимонлы ҡоймаҡтар

Йома көн май еҫен лимонлы ҡоймаҡтар менән сығарайыҡ. Бының өсөн 500 мл һөт, 150 гр он, 1 лимон ҡабығы онтағы (цедра), 2-3 йомортҡа, семтем тоҙ, шәкәр (тәменә ҡарап), 1-2 аш ҡалағы үҫемлек майы алына.

Лимонлы ҡоймаҡтарЛимонлы ҡоймаҡтар
Лимонлы ҡоймаҡтар

Лимонлы ҡоймаҡтар
Йома көн май еҫен лимонлы ҡоймаҡтар менән сығарайыҡ. Бының өсөн 500 мл һөт, 150 гр он, 1 лимон ҡабығы онтағы (цедра), 2-3 йомортҡа, семтем тоҙ, шәкәр (тәменә ҡарап), 1-2 аш ҡалағы үҫемлек майы алына.

Лимон ҡабығын ҡырғыстан үткәрәбеҙ (ағы эләкмәһен!) һәм шәкәргә ҡушып болғатабыҙ. Унан йомортҡа ҡушып туҡыйбыҙ. Һөттөң яртыһын, он, тоҙ өҫтәйбеҙ. Яҡшылап болғатҡандан һуң һөттөң ҡалған яртыһын һәм үҫемлек майын ҡоябыҙ. Ҡасыр шыйыҡ булырға тейеш.

Әҙер ҡамырҙы 20-30 минутҡа ултыртып торабыҙ ҙа ҡоймаҡ ҡоя башлайбыҙ.

Әйткәндәй, лимон тромбоз һәм варикоз кеүек ауырыуҙарҙан да һаҡлай.

Өҫтәлегеҙ йәмле, ашығыҙ тәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас