

Баҡсабыҙҙа картуф өлгөрә башланы. Үҙ ереңдә үҫкән йәшелсә-емеш иң файҙалы икәнлеген беләһегеҙҙер, моғайын. Картуф һутын да бик күп ауырыуҙарҙан ҡулланып, хәлеңде яҡшыртып, һауығып була.
Иң тәүҙә ашҡаҙанына зарланған, гастриттан яфаланған кешеләргә килешә ул. Бының өсөн сей картуфты ҡырғыс аша үткәреп, уның һутын сығарығыҙ. Ошо һутты 10 көн эсеп, 10 ял итергә кәрәк. Көнөнә өс мәртәбә ашарға ярты сәғәт ҡалғас бер аш ҡалағы эсегеҙ. Бынан һуң 10-15 минут ятып тороғоҙ. Һутты 10 көн дауамында көн дә бер ҡалаҡҡа арттырып эсегеҙ. Хәлегеҙ яҡшырғанын тойорһоғоҙ. 10 көн ял иткәс, профилактика өсөн тағы 10 көн эсергә була. Гастрит, колит, ашҡаҙандың сей яраһы (язва) менән яфаланыусылар картуф һуты менән бер ай – ай ярым эсендә һауығын белдерә.
Шулай уҡ картуф һутын күп итеп эшләмәгеҙ. Уны һығып алыу менән эсергә кәрәк. Әгәр һут артып ҡалһа, уны битегеҙгә, сәсегеҙгә һөртөгөҙ. Матурлыҡ өсөн дә бик файҙалы ул. Йәш картуф айырыуса файҙалы.
Картуф һуты шулай уҡ йөрәк өсөн файҙалы, холестеринды кәметә. Йыш эскәндә ашҡаҙан-эсәк трактын, бауыр, үт ҡыуығын таҙарта, ағыулы матдәләрҙән арындыра.
Һау-сәләмәт, бәхетле булығыҙ!
Гүзәл Иҫәнгилдина.