Файҙалы кәңәштәр
26 Июль 2023, 13:45

Сливанан джем

Слива күп быйыл. Әйҙәгеҙ, ҡышҡылыҡҡа шәп кенә джем эшләйек. 1 кг слива, 1 кг шәкәр, 1 стакан һыу. Өлгөргән сливаларҙы уртаға бүлеп, төштәрен алырға. Уларҙы эмаль кәстрүлгә рәтләп һалып, һәр ҡатламы һайын шәкәр һибергә лә, һыу ҡушып, һүрән утта ҡайнатырға. Ҡайнатҡан ваҡытта бер туҡтауһыҙ бутап торорға кәрәк. Әҙер джемды эҫе килеш банкаларға тултырырға. Бер ҡыйынлығы юҡ, ә тәме - телде йоторлоҡ! 

Сливанан джемСливанан джем
Сливанан джем

1 кг слива, 1 кг шәкәр, 1 стакан һыу. Өлгөргән сливаларҙы уртаға бүлеп, төштәрен алырға. Уларҙы эмаль кәстрүлгә һалып, һәр ҡатламы һайын шәкәр һибергә лә, һыу ҡушып, һүрән утта ҡайнатырға. Ҡайнатҡан ваҡытта бер туҡтауһыҙ бутап торорға кәрәк. Әҙер джемды эҫе килеш банкаларға тултырырға.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас