+24 °С
Ямғыр


ТАБАЛА БЕШКӘН МИНИ ХАНУМ өсөн башта ҡамыр баҫып алабыҙ.
200 мл һыу, 1 йомортҡа, тәменә ҡарап тоҙ, 480 гр он ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ.
Эслек өсөн 600 гр фарш, 2 баш туралған һуған, тоҙ, борос кәрәк була. Быларҙың барыһын бергә ҡушып тысҡыйбыҙ.
Зажарка. Быны икенсе төрлө тәмләткес, тип әйтер инем.
Табаға май һалып ҡыҙҙырабыҙ ҙа, 1 баш һуғанды турап, кишерҙе ҡырғыстан үткәреп, 2-3 помидорҙы, кәбеҫтәне турап, тоҙ, борос, паприка һалып ҡурабыҙ. Унан һыу ҡушып, бер аҙ быҡтырабыҙ.
Ҡамырҙы йәйеп, мантыға кеүек ҙур итеп ҡырҡабыҙ. Унан эслек һалып, ике яҙын бөкләйбеҙ ҙә, төрәбеҙ.
Майлы табала ҡурып алабыҙ. Әҙер ханумды тәрилкәгә теҙеп, өҫтөнә зажарка һалып, табынға бирәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле, табынығыҙ йәмле булһын!