

Ҡышҡылыҡҡа консервалар әҙерләй башланығыҙмы әле? Әйҙәгеҙ, ҡыярҙы куркума менән тоҙлайыҡ.
Бының өсөн 800 мл һыу, 1 стакан шәкәр, 2 аш ҡалағы тоҙ, 200 мл 9%-лы уксус, 1 балғалаҡ куркума, 5 теш һарымһаҡ, һәр банкаға 1-әр балғалаҡ укроп менән гәрсис орлоғо алына.
Ҡыярҙы матур итеп йыуабыҙ, ике яҡтан осон ҡырҡып ташлайбыҙ, ҡабығын әрсейбеҙ. Унан буйына ҡарай дүрт өлөшкә бүлеп ҡырҡабыҙ. Банка төбөнә укроп, һарымһаҡ, 1 балғалаҡ ярмалы гәрсис һалабыҙ. Ҡыярҙы ипләп кенә һалып сығабыҙ.
Һыуға тоҙ, шәкәр, куркума һәм уксус ҡоябыҙ. Ҡайнатырға ултыртабыҙ. Ҡайнап сығыу менән уттан алабыҙ һәм ҡыяр ятҡан банкаларға ҡоябыҙ.
Ҡапҡасын өҫтөнә ҡаплап, стерилләргә ултыртабыҙ. 5-7 минуттан һуң алып, ҡапҡасын нығытабыҙ.
Ашығыҙ тәмле, ҡышығыҙ йәйле булһын!