+21 °С
Болотло


Духовканы тоҡандырып ҡуябыҙ. Ташҡабаҡты йыуабыҙ, балдаҡлап киҫәбеҙ, уртаһын алабыҙ. Майланған табаға уларҙы теҙеп һалабыҙ. Эсенә фарш (бешкән ит, колбаса, балыҡ һ.б. нимә оҡшай күңелегеҙгә) һалабыҙ. Өҫтөн томат пастаһы һәм майонезды ҡуша болғатып һылайбыҙ (ҡаймаҡ, майонездың йә пастаның үҙен генә), өҫтөнә бер телем помидор һәм ҡырғыстан ҡырылған сыр һибәбеҙ. Ҡыҙған духовкала ун минутта бешә. Иҫ киткес тәмле лә, туҡлыҡлы ла ризыҡ әҙер. Аштарыбыҙ тәмле булһын!