Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
23 Июля 2023, 05:20

Бөйөрҙә һәм һейҙек ҡыуығындағы ташты ҡыуыу өсөн...

бәпкә үләне (уны ҡайһы берәүҙәр күгүлән тиҙәр) төнәтмәһе ярҙамға килер. Бының өсөн 1-2 аш ҡалағы кипкән үләнде 1 стакан ҡайнар һыуға һалығыҙ. Һыу боҫонда уны ҡапҡасын ябып, 15 минут бешерегеҙ. Унан 45 минут дауамында һыуытығыҙ. Һөҙөп алғандан һуң тәүге кимәленә еткәнсе ҡайнар һыу...

Бөйөрҙә һәм һейҙек ҡыуығындағы ташты ҡыуыу өсөн...Бөйөрҙә һәм һейҙек ҡыуығындағы ташты ҡыуыу өсөн...
Бөйөрҙә һәм һейҙек ҡыуығындағы ташты ҡыуыу өсөн...

Бөйөрҙә һәм һейҙек ҡыуығындағы ташты ҡыуыу өсөн...

бәпкә үләне (уны ҡайһы берәүҙәр күгүлән тиҙәр) төнәтмәһе ярҙамға килер.

Бының өсөн 1-2 аш ҡалағы кипкән үләнде 1 стакан ҡайнар һыуға һалығыҙ. Һыу боҫонда уны ҡапҡасын ябып, 15 минут бешерегеҙ. Унан 45 минут дауамында һыуытығыҙ. Һөҙөп алғандан һуң тәүге кимәленә еткәнсе ҡайнар һыу өҫтәп ҡойоғоҙ.

Әҙер төнәтмәне һалҡын урында 2 тәүлек һаҡлағыҙ.

Төнәтмәне көн һайын 2-3 тапҡыр стакандың 1/2-1/3 өлөшөнә ҡойоп ашарҙан алда эсегеҙ. Ул һейҙерткес йәки бәүел ҡыуыу сараһы булараҡ ҡулланыла. Шунлыҡтан ул бауырҙа һәм бөйөрҙәге таштарҙы ваҡлай, һейҙек ҡыуығында таш барлыҡҡа килеүенә ҡамасай.

Һау-сәләмәт булығыҙ! Халыҡ медицинаһы рецепттарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас