+24 °С
Ямғыр


Тәндә шәкәрҙең норманан артыҡ булыуы күп проблема тыуҙыра. Бындай осраҡта ромашка сәйе ярҙам итә. Тик уны ашағандан һуң шунда уҡ эсергә кәрәк. Шәкәр диабеты менән яфаланғандарға көнөнә өс сынаяҡ ромашка сәйе эсергә кәрәк.
Үлән сәйҙәрен тимер сәйнүккә һалмағыҙ! Ромашка сәйен әҙерләү өсөн ике - өс аш ҡалағы ромашка сәскәһен быяла сәйнүккә һалығыҙ һәм өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, өҫтөн ҡалын таҫтамал менән ун минутҡа ябып тороғоҙ. Һау-сәләмәт булығыҙ!