+21 °С
Болотло


Муйын остеохондрозына ҡаршы биш күнекмә
👉 Эйәгегеҙҙе аҫҡа төшөрөгөҙ, хатта ки муйынығыҙға тейҙерегеҙ. Башығыҙҙы башта уң яҡҡа 5 тапҡыр бороп ҡарағыҙ, унан шулай уҡ һул яҡҡа.
👉 Саҡ ҡына эйәгегеҙҙе күтәрә бирегеҙ. Шулай уҡ башта уң яҡҡа, унан һул яҡҡа 5-әр тапҡыр боролоп ҡарағыҙ.
👉 Башығыҙҙы уңға эйегеҙ, ҡолағығыҙ менән яурынығыҙға ҡағылырға тырышығыҙ. Был күнекмәне 5 тапҡыр ҡабатлағыҙ, унан ошолай уҡ һул яҡҡа эшләгеҙ.
👉 Башығыҙҙы тура тотоғоҙ. Муйын мускулдарын ҡатырып, алға эйегеҙ. Шул уҡ ваҡытты башығыҙҙы артҡа тартып маташығыҙ. Көсөргәнешлек тыуырға тейеш.
👉 Усығыҙҙы маңлайығыҙға ҡуйығыҙ ҙа артҡа этегеҙ. Был көсөргәнешлекте 3-әр тапҡыр 7-шәр секундҡа еткерегеҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ!