

Еләктән компот та эшләп ҡуйһағыҙ, ҡыш көндәре хуш еҫле эсемлеккә ҡыуанып бөтә алмаҫһығыҙ. Уға бешмәгән, бәләкәй еләктәрҙең дә китеп барыуы йыйған еләкте бәрәкәтле итер. Артыҡ мәшәҡәтләнергә лә кәрәкмәй, барыһы ла тиҙ эшләнә.
Стерилләнгән өс литрлыҡ банкаға еләктәрҙе һалығыҙ. Ике-өс стакан. Өҫтөнә 200 г шәкәр ҡомо һалығыҙ һәм ҡайнап торған һыу ҡойоғоҙ һәм стерилләнгән ҡапҡас менән ябығыҙ. Әгәр бешмәгән еләктәр күберәк булһа, банкалағы компотты тағы берҙе кәстрүлгә ауҙарып ҡайнатып сығарығыҙ һәм ябығыҙ. Баҡсағыҙҙа өҙөлөп төшкән алмалар тәгәрәшеп ятамы? Был компотҡа уларҙы ла киҫәктәргә бүлеп өҫтәргә була. Ул ваҡытта компотты банкаға мотлаҡ тағы бер мәртәбә ҡайнатып ҡойорға кәрәк. Еләккә өс япраҡ мята һалып та компотты ябырға була. Был саҡта компоттың тәме күңелегеҙгә бигерәк тә ятыр. Өйөбөҙ һыйлы ла, бәхетле тә булһын, дуҫтар!