

Шешенгәнде бөтөрә торған эсемлектәр
Артыҡ һыу целлюлитҡа, артыҡ кәүҙә ауырлығына, шешенеүгә килтерә. Мәтдәләр алмашыныуы боҙола.
1-се рецепт
2 аш ҡалағы онталған үгәй инә үләнен 200 мл ҡайнар һыуға һалып, термоста 1 сәғәт төнәтегеҙ. Иртәле-кисле 1-әр аш ҡалағы эсегеҙ.
2-се рецепт
1 балғалаҡ кипкән ҡайын япраҡтарын 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, ярты балғалаҡ бал һалып болғатығыҙ. Был ҡайынлы һыуҙы ашарҙан ярты сәғәт алдан эсегеҙ.
3-сө рецепт
25-30 гр кипкән ҡарағат япрағын 500 мл ҡайнар һыуға һалып төнәтегеҙ. Һыуынған төнәтмәне көнөнә 3 тапҡыр яртышар стакан эсенеҙ.
4-се рецепт
2 аш ҡалағы кипкән еләк һәм еләк япраҡтарын ҡайнар һыуға һалып, 2 сәғәт төнәтегеҙ. Был төнәтмәне аларҙан алда 4 тапҡыр 1-әр аш ҡалағы эсегеҙ.
5-се рецепт
2 балғалаҡ кипкән пәйғәмбәр тырнағы сәскәһен 500 мл ҡайнар һыуҙа 20 минут төнәтегеҙ. Был төнәтмәне ашар алдынан яртышар стакан эсегеҙ.
6-сы рецепт
Кипкән бауыр үләне һабағын онтап, сәй кеүек бешерегеҙ. 1 стаканға 1 балғалаҡ һалыр кәрәк. Көнөнә 3 тапҡыр берәр стакан эсегеҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ!