

Бәләкәй ҡыярҙарҙы бәләкәй банкаларға тоҙлау күпкә отошло. Сөнки ҙур банкалағы ҡыярҙы асҡас та ашап бөтөүе, унан һаҡлауы бик үк еңел түгел.
Шулай итеп, бәләкәй ҡыярҙарҙы йыуып әҙерләгеҙ. Стерилләнгән банканың (0,5, 0,7, 1 литрлыҡ) төбөнә икешәр япраҡ ҡара ҡарағат, сейә, лавр япрағы, бер укроптың башын, өс бөртөк ҡәнәфер, биш бөртөк ҡара борос, бер-ике тырнаҡ һарымһаҡ һалығыҙ. Кемгә әскелтем тәм өҫтәй оҡшай бер аш ҡалағы горчица порошогы өҫтәргә мөмкин. Уларҙың өҫтөнә ҡыярҙарҙы тултырабыҙ ҙа, ярты аш ҡалағы тоҙ, ярты аш ҡалағы шәкәр һалып, өҫтөнә ҡайнап торған һыу ҡоябыҙ. Биш минут ултырғас уны кәстрүлгә ҡоябыҙ, ҡайнатып сығарабыҙ һәм кире банкаға ҡоябыҙ ҙа өҫтөнә 25 г уксус ҡойоп өҫтөн стерилләнгән ҡапҡас менән ябып, түңкәреп, һыуынғансы ябып ҡуябыҙ. Был ҡыярҙар оҙаҡ һаҡланыуы һәм кетерләп кенә тороуы, ә тоҙламаһы үтә күренмәле буылыуы менән һәр кемгә оҡшар. Эшләүе лә оҙаҡ түгел. Ҡышҡы баҙҙарыбыҙ ҙа, өйөбөҙ тулы булһын, дуҫтар!