

Сейә күп быйыл. Хәҙер беҙ уны күберәк туңдырабыҙ ғына. Әммә банкаға ябылған сейә компоты һәр саҡ иң тәмлеһе булып ҡала. Уны әҙерләүҙең иң еңел ысулын тәҡдим итәм. Нисәмә йылдар шулай эшләйем, атылмай ҙа, боҙолмай ҙа.
Өс литрлыҡ стерилләнгән банкаға йыуылған сейәне һалығыҙ. Банканың яртыһының яртыһы итеп:) самалағыҙ үҙегеҙ. Унан өҫтөнә бер стакан тулыр-тулмаҫ итеп шәкәр ҡомо һалығыҙ. Артабан банканы тултырып ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. Биш минут тотоғоҙ, унан банкалағы компотты кәстрүлгә ауҙарығыҙ. Утҡа ҡуйығыҙ. Ҡайнап сығыу менән (ҡайнатмағыҙ!) утты һүндерегеҙ һәм компотты банкаға ҡойоғоҙ. Стерилләнгән ҡапҡас менән ябып, банка һыуынғансы түңкәреп, өҫтөн ҡаплап ҡуйығыҙ.
Шәкәрҙең иреп бөтмәүен күрһәгеҙ - борсолмағыҙ. Ул әкренләп үҙе иреп бөтә ул. Компоттың төҫө лә ҡуйыра барыр.
Ҡыштарыбыҙ - һыйлы, үҙебеҙ бәхетле булайыҡ!