Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
20 Июль 2023, 07:20

15 минутта әҙер булған тәмлекәс

Был тәмлекәсте 15 минутта бешереп була.Бының өсөн 350 гр эремсек, 1 йомортҡа, 1 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 2 аш ҡалағы шәкәр, 1/3 балғалаҡ тоҙ, 1 балғалаҡ разрыхлитель, 200-250 г он кәрәк була.   

15 минутта әҙер булған тәмлекәс15 минутта әҙер булған тәмлекәс
15 минутта әҙер булған тәмлекәс

Был тәмлекәсте 15 минутта бешереп була.

Бының өсөн 350 гр эремсек, 1 йомортҡа, 1 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 2 аш ҡалағы шәкәр, 1/3 балғалаҡ тоҙ, 1 балғалаҡ разрыхлитель, 200-250 г он кәрәк була. 

 

Эремсеккә йомортҡа, шәкәр, тоҙ, ҡаймаҡ ҡушып бутайбыҙ. Унан аҙ-аҙлап он өҫтәй башлайбыҙ. Шунда уҡ разрыхлитель өҫтәргә лә онотмағыҙ.

Оҙаҡ ҡына итеп баҫабыҙ.

Ҡамырҙы оҙонсалап йәйәбеҙ һәм таяҡ кеүек итеп ҡырҡып сығабыҙ.

Үҫемлек майында һүрән утта бешерәбеҙ.

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас