

Тамырҙарҙы... ҡара бойҙай кеҫәле менән таҙартайыҡ
Ҡара бойҙай кеҫәле менән эшләнгән был рецепт холестеринды ғына кәметеп ҡалмай, эсәктәрҙе шлактан һәм токсиндарҙан таҙарта, ҡан баҫымын нормалаштыра, матдәләр алмашыныуын яҡшырта.
🔸 Был кеҫәлде эскәндән һуң 1 ай үткәс, ҡан баҫымы нормалаша, йөрәк-тамырҙары ауырыуҙарын кәметә.
🔸 Кеҫәлде ашарҙан ярты сәғәт алда иртәле-кисле 100-150 мл эсеп, аҙаҡ 1 балғалаҡ бал ҡабып ҡуйырға кәңәш ителә. Дауаланыу курсы 1 ай.
✅ Кеҫәлде эшләү өсөн 3-4 аш ҡалағы ҡара бойҙай онон (кофемолкала иҙеп алығыҙ) 1 стакан һыуыҡ һыуға һалып, яҡшылап болғатығыҙ. Был иҙмәне әҙ-әҙләп ҡайнап ултырған 1 литр һыуға өҫтәйбеҙ. Болғап торорға онотмағыҙ.
‼️ 5-10 минут тирәһе ҡайнатығыҙ. Уттан алыр алдынан 1 аш ҡалағы зәйтүн майын өҫтәгеҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ!