Файҙалы кәңәштәр
18 Июль 2023, 07:10

Тиҙ һәм тәмле!

Кистән төшкө аш әҙерләмәнегеҙме? Ҡурҡынысы юҡ. Туңған билмәндән бик тәмле ризыҡ әҙерләргә була. Уның ике ябай ысулын сайтҡа инеп өйрәнегеҙ. Төшкө аштарығыҙ тәмле булһын, дуҫтар!

Йәһәт кенә тәмле итеп ашағы киләме? Һыуға бешерелгән билмән ялҡыттымы? Улай булғас, билмәнде икенсе ысул менән бешерегеҙ.

Иң ябайы!

Табала май ҡыҙҙырабыҙ. Уға туңған билмәндәрҙе һалып сығабыҙ. Бер яғы ҡыҙарғас, икенсе яғын әйләндереп ҡыҙҙырабыҙ. Бик тәмле билмәндәр әҙер! Был ризыҡты бигерәк тә балалар ярата.

Ҡатмарлырағы!

Духовканы ҡыҙҙырырға ҡуябыҙ. Табаға (уның төбөн әҙерәк майлағыҙ) билмәндәрҙе һалып сығабыҙ. Бер һауытта дүрт-биш ҡалаҡ майонез, өс йомортҡа һытып туҡығыҙ ҙа, әҙерәк ҡырғыстан үткән сыр һалығыҙ. Барыһын бутап, билмәндәр өҫтөнә ҡойоғоҙ. 

Ҡыҙған духовкала ун минутта бешә. Үҙенә күрә билмән бәлеше килеп сыға инде:)

Аштарыбыҙ тәмле, үҙебеҙ бәхетле булайыҡ!

Төркөмдә билмәндәрҙе әҙерләүҙең видеоһы.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас