Файҙалы кәңәштәр
16 Июль 2023, 08:00

Ҡыҙыл ҡарағаттан желе

Ҡыҙыл ҡарғатҡа күптәрҙең иҫе китмәй, йыш ҡына унан нимә әҙерләп була инде, тиҙәр. Уны аҡ ҡарағат менән ҡушып, йәиһә үҙенән генә лә япҡан компот иҫ киткес тәмле була. Ә ҡыҙыл ҡарағаттан әҙерләгән желе тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Телде йоторлоҡ тәмле килеп сыға. Желе яһау өсөн һәр хужабикәнең үҙ рецебы барҙыр, моғайын. Йәш хужабикәләргә бер нисә ысул тәҡдим итәбеҙ.Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Ҡыҙыл ҡарғатҡа күптәрҙең иҫе китмәй, йыш ҡына унан нимә әҙерләп була инде, тиҙәр. Уны аҡ ҡарағат менән ҡушып, йәиһә үҙенән генә лә япҡан компот иҫ киткес тәмле була. Ә ҡыҙыл ҡарағаттан әҙерләгән желе тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Телде йоторлоҡ тәмле килеп сыға. Желе яһау өсөн һәр хужабикәнең үҙ рецебы барҙыр, моғайын. Йәш хужабикәләргә бер нисә ысул тәҡдим итәбеҙ.

11 стакан ҡарағатты 5 стакан һыуға һалып, 5-10 минут самаһы бешереп алабыҙ.
Унан һөҙгөс аша һөҙәбеҙ. Шул массаға башта 8 стакан шәкәр ҡомо һалып, 5-10 минут ҡайнатабыҙ. Һүндереп ҡуйғас, 7 стакан шәкәр ҡомо өҫтәп, иреп бөткәнсе болғатабыҙ ҙа банкаларға ҡайнар килеш тултырабыҙ.

Тағын бер ысул:

Ҡарағатты йыуып киптерәбеҙ, һыуы ҡалмаһын. Унан эмаль йәки “нержавейка” һауытҡа һалып ағас ҡалаҡ менән иҙәбез. Һәм утҡа ҡуйып, ҡайнарлап алабыҙ. Ҡайнатып сығармайбыҙ, әҙерәк йомшарғас та һүндерәбеҙ.
Һыуынғас, ваҡ тишекле иләктән һөҙәбеҙ һәм 1 килограмм пюреға 1,5-1,8 килограмм шәкәрҙең яртыһын һалып, төҫө китмәҫлек итеп 1-2 минут ҡына ҡайнатып алабыҙ. Һүндергәс ҡалған шәкәрҙе һалып, яҡшылап болғатабыҙ.
Сығанаҡ: Дим буйҙары.
 
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас