Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
13 Июль 2023, 11:05

Боланут сәйен нисек әҙерләргә?

Был сәй һаулыҡты нығыта, ҡанды яңырта, тамырҙарҙы нығыта, тәндән ағыуҙы, радиацияны сығара, көс бирә. Ул яраларҙың бөтәшеүенә булышлыҡ итә, эндокрин системаһы ауырыуҙарына ҡаршы тора, хатта яман шештең барлыҡҡа килеүен тотҡарлай, тиҙәр халыҡ медицинаһын үҙ итеүселәр...

Боланут сәйен нисек әҙерләргә?Боланут сәйен нисек әҙерләргә?
Боланут сәйен нисек әҙерләргә?
Был маҡсатта июнь уртаһынан август уртаһына тиклем өҫкө 4-5 япрағын ғына йыйып, 5 см тирәһе ҡалынлыҡта йәйеп һалып, киптерә биреп алалар, уны даими әйләндергеләп торалар. Япраҡтар йомшарғас, усҡа һалып, һуты сығырлыҡ итептөрәләр. Япраҡты иҙгесләргә кәрәкмәй!
Төрнәктәрҙе ҡалайға һалып, уларға теймәҫлек итеп ҡалын еүеш сепрәк менән ябалар. Япраҡ көрән төҫкә инә башлай, әммә күгәреүенә юл ҡуймаҫҡа кәрәк. Көрәнгә әйләнгәс, төрнәктәрҙе ваҡлап, ҡыҙыу булмаған (100 градус тирәһе) духовкаға йә мейескә һалып, йыш ҡына әйләндергеләп киптерәләр. Кипкәнен ала баралар һәм эре иләк аша үткәрәләр.
Бер нисә көндән көс йыйып бөтә һәм хуш еҫле, файҙалы эсемлек әҙерләү өсөн ике йыл дауамында яраҡлы була. Ул ҡара сәйгә оҡшаған, әммә кофеин булмауы менән отошло.
Сәй һаулыҡты нығыта, ҡанды яңырта, тамырҙарҙы нығыта, тәндән ағыуҙы, радиацияны сығара, көс бирә. Ул яраларҙың бөтәшеүенә булышлыҡ итә, эндокрин системаһы ауырыуҙарына ҡаршы тора, хатта яман шештең барлыҡҡа килеүен тотҡарлай.
 
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас