Файҙалы кәңәштәр
12 Июль 2023, 11:45

Йәшәртеүсе маска

Күп йәшәртеүсе маскалар крахмал ҡушып эшләнә. Уны хатта ботокс эффекты менән дә сағыштыралыр. Тәүҙә крахмал массаһын әҙерләп алырға кәрәк. Бының өсөн бер аш ҡалағы крахмалға 100 мл һалҡын һыу ҡойоп болғатабыҙ.

Йәшәртеүсе маскаЙәшәртеүсе маска
Йәшәртеүсе маска

Күп йәшәртеүсе маскалар крахмал ҡушып эшләнә. Уны хатта ботокс эффекты менән дә сағыштыралыр.

Тәүҙә крахмал массаһын әҙерләп алырға кәрәк. Бының өсөн бер аш ҡалағы крахмалға 100 мл һалҡын һыу ҡойоп болғатабыҙ. Артабан уға 50 мл эҫе һыу ҡойоп, ут өҫтөнә ҡуябыҙ. Болғатып торабыҙ. Ҡайнатмайбыҙ! Ҡайнарға йөрөгәндә генә һүндерәбеҙ. Ошо массаға төрлө ингредиенттар ҡушып эшләйбеҙ. Ә крахмал массаһын һыуытҡыста һаҡлайбыҙ. Ул бер нисә маскаға етәсәк.

Ҡапыл ғына бит тирегеҙҙе тарттырырға теләһәгеҙ, әҙерләп ҡуйған 1 аш ҡалағы крахмал массаһына, берәр аш ҡалағы ҡаймаҡ, бал өҫтәгеҙ. Уны бит тирегеҙгә, муйынығыҙға егерме - утыҙ минутҡа һөртөгөҙ. 

Күҙ тирәһендәге йыйырсыҡтарҙы бөтөрөргә теләһәгеҙ бер аш ҡалағы крахмалға бер аш ҡалағы ҡаймаҡ һәм дүрт аш ҡалағы кишер һуты ҡойоп болғатығыҙ. Ошо масканы бер ай дауамында эшләһәгеҙ, күҙ тирәһендәге йыйырсыҡтарығыҙ күҙгә күренеп кәмер. 

Крахмал массаһына иҙелгән банан, кефир, балыҡ майы һ.б. ҡушып шәп маскалар эшләп була. 

Матурлыҡ беҙҙең менән һәр саҡ йәнәш барһын! 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас