+24 °С
Ямғыр


Супер тиҙ әҙер була торған төшкө аш
Был туҡлыҡлы ла, тиҙ ҙә бешә торған ризыҡҡа 1 кг тауыҡ ите, тоҙ, борос, кипкән һарымһаҡ, тауыҡ өсөн махсус тәмләткестәр, 1 балғалаҡ гәрсис ярмаһы, 2 аш ҡалағы майонез, 40 гр аҡ май, 1 стакан ҡара бойҙай, 1 баш һуған, 1 кишер, 2 стакан һыу кәрәк була.
Ярманы йыуып, противень төбөнә йәйеп һалабыҙ.
Тауыҡ итен тәмләткестәр, майонез ҡушып маринадлайбыҙ ҙа ярма өҫтөнә теҙәбеҙ.
2 стакан һыу ҡоябыҙ һәм 180° градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала 1 сәғәт бешереп алабыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!