Файҙалы кәңәштәр
11 Июль 2023, 08:10

Крем-брюле туңдырмаһы

Эҫе көндә туңдырма эшләп ашайыҡ. Бының өсөн ярты литр 33 процентлы һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ, 200-300 гр бешерелгән һөт (варёное сгущённое молоко), 12-16 печенье, 50 шоколад алына.  Һыуытҡыстан алынған ҡаймаҡты

Крем-брюле туңдырмаһыКрем-брюле туңдырмаһы
Крем-брюле туңдырмаһы

Эҫе көндә туңдырма эшләп ашайыҡ. Бының өсөн ярты литр 33 процентлы һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ, 200-300 гр бешерелгән һөт (варёное сгущённое молоко), 12-16 печенье, 50 шоколад алына. 

Һыуытҡыстан алынған ҡаймаҡты ҡуйыртылған һөт менән ҡушып, миксер менән туҡыйбыҙ. Унан яйлап ҡына туралған шоколадты ҡушабыҙ. 

Формаға печенье теҙеп һалабыҙ. Араларында урын ҡалһын. Өҫтөнә әҙер туҡылған массаны һалабыҙ ҙа тигеҙләп һылайбыҙ. Унан йәнә бер ҡат печенье теҙеп, туңдырғысҡа оҙатабыҙ. 

5-6 сәғәттән иҫ китмәле тәмле туңдырма әҙер була. 

Эҫе йәйҙәребеҙ тик шатлыҡлы мәлдәр генә бүләк итһен!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас