Файҙалы кәңәштәр
10 Июль 2023, 05:30

Ромашка сәйе

Ашҡаҙанығыҙ ауырта, йоҡо алмаймы? Әллә ҡунаҡта күп ашап-эсеп ташланығыҙмы? Тимәк, һеҙгә ромашка сәйе эсергә кәрәк. Ул ауыртыуҙарҙы баҫа,  киҙеү ауырыуҙарынан профилактика сараһы ла...

Ромашка сәйеРомашка сәйе
Ромашка сәйе

Ромашка сәйе

Был сәйҙең файҙаһы баһалап бөткөһөҙ. Ул бигерәк тә ашҡаҙан, эсәк ауырыуҙары булғандарға килешә.

Йөрәгегеҙ тулап, тыныслана алмайһығыҙмы? Көнөнә ике-өс стакан ромашка сәйе бик тә ярҙам итер. Ромашка сәйен эскәндәрҙең йоҡоһо ла яҡшыра. Ромашкала булған витаминдар организмға бик яҡшы тәҫьир итә. Тәндәге сыбартмалар бөтә.

Шулай ҙа был дарыу үләне. Уны ауырлы ҡатындарға, эсе киткәндәргә һәм ромашкаға аллергияһы булғандарға ярамай.

Ромашканы ҡәҙимге сәйҙе бешергән кеүек әҙерләгеҙ. Бер стакан һыуға бер аш ҡалағы тирәһе ромашка сәскәһе алына. Йәйгеһен рәхәтләнеп үлән сәйҙәре эсеп ҡалайыҡ!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас