Файҙалы кәңәштәр
9 Июль 2023, 05:45

Иҫ киткес тәмле ҡыяр

Еңелсә тоҙланған ҡыяр тәмлелеге менән айырыла. Уны бөтәүләй бешерелгән картуфҡа ла, макарондарға ла ҡушып ашарға, винегрет йә башҡа салаттар эшләгәндә ҡушырға була. Үҙе айырым да бик тәмле. Ә уны минераль һыуҙа эшләһәң, тәмле генә түгел, ә файҙалы ла була. Шулай итеп...

Иҫ киткес тәмле ҡыярИҫ киткес тәмле ҡыяр
Иҫ киткес тәмле ҡыяр

Еңелсә тоҙланған ҡыяр тәмлелеге менән айырыла. Уны бөтәүләй бешерелгән картуфҡа ла, макарондарға ла ҡушып ашарға, винегрет йә башҡа салаттар эшләгәндә ҡушырға була. Үҙе айырым да бик тәмле. Ә уны минераль һыуҙа эшләһәң, тәмле генә түгел, ә файҙалы ла була.

Шулай итеп, ҡыярҙарҙың ике яҡ осон ҡырҡабыҙ ҙа, укроп менән һарымһаҡты аралаштырып һалабыҙ. Унан минераль һыу (ул ҡайнап, бызырлап китәсәк, шулай булырға тейеш) менән тоҙҙо өҫтәйбеҙ. Артабан тоҙланған ҡыярҙы һыуытҡысҡа бер тәүлеккә ҡуябыҙ. Ессентуки 17 минералкаһын алам, уның менән бигерәк тәмле.

Тоҙлау өсөн ҙур булмаған йәшелсәне алығыҙ. Минераль һыуҙа әҙерләнгән ҡыярҙың тәме барыһын да хайран ҡалдырасаҡ.

Аштарыбыҙ тәмле, өйөбөҙ тулы һулһын!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас