Файҙалы кәңәштәр
8 Июль 2023, 13:00

Ҡыярҙан соус

Ныҡ өлгөргән ҡыярҙан нимә эшләргә белмәйһегеҙме? Унан бит шундай үҙенсәлекле, тәмле соус та әҙерләп була. Бының өсөн уртаса ҙурлыҡтағы ҡыярҙы ҡырғыстан үткәрәһең һәм...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Ныҡ өлгөргән ҡыярҙан нимә эшләргә белмәйһегеҙме? Унан бит шундай үҙенсәлекле, тәмле соус та әҙерләп була. Бының өсөн уртаса ҙурлыҡтағы ҡыярҙы ҡырғыстан үткәрәһең һәм һутын ағыҙып алаһың. 100 гр йомшаҡ сыр, 2 теш иҙелгән һарымһаҡ, 3 аш ҡалағы ҡаймаҡ һәм 1 сәй ҡалағы туралған укроп һалаһың. Уларҙың бөтәһен бергә яҡшылап болғатаһың. Соус әҙер! Ашығыҙ тәмле булһын!

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас