+24 °С
Ямғыр


Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак кәзә һөтө аша талпан энцефалитын йоҡтороу ихтималлығы тураһында һөйләне.
«Әгәр кәзәгә сирле талпан ҡаҙалһа, ул һөт менән ошо вирусты бүлеп сығара башлай. Шуға күрә пастеризацияланған продуктты ғына файҙаланырға кәрәк, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, парлы һөт файҙалы тип раҫлау — хата фекер», — тине ул.
Бөгөнгә тиклем республикала 8294 кеше талпандан зыян күргән.