Эҫе көндө лимонад эшләп эсер кәрәк
Бының өсөн 10 литр (!) һыу, 4 әфлисун, 1 лимон һәм шәкәр кәрәк була.
Әфлисун менән лимонды ҡайнар һыуға тығып алабыҙ ҙа туңдырғысҡа 8-10 сәғәткә урынлаштырып торабыҙ. Унан киҫәктәргә бүлеп ҡырҡып сығабыҙ ҙа, ит турағыс аша үткәрәбеҙ.
Хәҙер инде был массаны 3 литр һалҡын һыуға һалабыҙ. 15 минуттан һуң төнәтмәне һөҙәбеҙ. Лимонадтың түпрәһен һөҙөп алғандан һуң ташлап ҡуймағыҙ. Әле ул беҙгә кәрәгәсәк.
1 кг шәкәрҙе 2 литр һыуҙа иҙеп алабыҙ ҙа һөҙөп алынған һутҡа өҫтәйбеҙ. Ошонда уҡ йәнә 4 литр һыу өҫтәйбеҙ. Йәнә 1 сәғәт төнәткәндән һуң хуш еҫле, тәмле генә лимонад әҙер була.
Әгәр һеҙ 10 литр лимонад күп була, тиһәгеҙ, ингридиенттарҙың яртыһын алып ташлағыҙ.
Һыуһынығыҙ ҡанып ҡалдымы?
+24 °С
Ямғыр




