Файҙалы кәңәштәр
2 Июль 2023, 06:10

Өй сыры

Сырҙы әҙерләүе бер ҙә ҡыйын түгел. Бер өйрәнеп алһағыҙ - ҡуймаҫһығыҙ. Башланыҡ!

Өй сырыӨй сыры
Өй сыры

1 литр һөткә өс йомортҡа, 1,5 ҙур ҡалаҡта тоҙ, 400 грамм кефир алына

Бөтәһен бергә бутайбыҙ ҙа, талғын утҡа ҡуябыҙ. Эремсекләнгәс, дуршлагка марля ҡуйып йәки ҙур иләк аша һөҙәбеҙ. Өҫтөн тәрилкә менән ҡапларға һәм ауыр әйбер ҡуйырға кәрәк. Өс-дүрт сәғәттән сыр әҙер. Йәшел тәмләткестәр ҡушырға була.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас