Файҙалы кәңәштәр
1 Июль 2023, 04:30

Ҡышҡылыҡҡа бик тәмле десерт

Баҡса еләгенә ҡуйыртылған һөт ҡушып (сгущенка) ҡышҡылыҡҡа бик тәмле десерт әҙерләргә була. Уны ике юл менән эшләргә мөмкин...

Ҡышҡылыҡҡа бик тәмле десертҠышҡылыҡҡа бик тәмле десерт
Ҡышҡылыҡҡа бик тәмле десерт

1 кг еләкте ит турағыс аша йәки блендер менән иҙәбеҙ. Уға бер  банка  сгущенканың яртыһын ҡоябыҙ. Ҡарламанда сыҡҡан сгущенканы алығыҙ, ул тәмлерәк.  Әгәр һеҙ ныҡ татлы яратһағыҙ, бер банка ҡуйыртылған һөттө ҡойоп бөтөргә була. Болғатабыҙ һәм контейнерҙҙарға һалып туңдырғысҡа оҙатабыҙ. 

Икенсе юлы. Еләктәрҙе шул килеш контейнерҙарға һалабыҙ һәм өҫтөн ҡаплағансы сгущенка ҡоябыҙ һәм туңдырғысҡа һалабыҙ. 

Мотлаҡ бер нисә һауыт эшләп алығыҙ. Ҡышҡы һыуыҡтарҙа был тәмлекәс һеҙҙе йәй тәме менән һөйөндөрөр. Бәхетле булайыҡ!

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас