Файҙалы кәңәштәр
29 Июнь 2023, 06:20

“Биш минутлыҡ”

Ҡарағаттар бешә башларға ла ваҡыт етеп килә. Рецептарҙы һаҡлап ҡуяйыҡ әле, тиҙҙәр кәрәге тейер. Шундай тәмле, артыҡ мәшәҡәте булмаған ысул. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Ҡара ҡарағаттан “Биш минутлыҡ” (“Пятиминутка”) ҡайнатмаһы

3 стакан һыуға 7 стакан шәкәр һалып, утҡа ҡуябыҙ. Был масса ҡайнап сығыу менән 11 стакан ҡара ҡарағат һалабыҙ һәм 5-7 минут ҡайнатабыҙ.
Унан тағы 7 стакан шәкәр һалып, иҙелеп бөткәнсе болғатабыҙ.
Желе һымаҡ ҡуйы ҡайнатма килеп сыға.
Ҡайнатмалы сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:SxUQmreqWLA
 
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас