Ҡамыр өсөн:
3 йомортҡа (йылы булырға тейеш),
1 сәй ҡалағы — иретелгән аҡ май,
2 стакан – иләнгән он,
1 семтем – сода,
сироп өсөн:
100гр. — шәкәр ҡомо,
60 гр. — бал,
1 аш ҡалағы — hыу.
Йомортҡаларҙы һәйбэтлэп бутап тоҙ, сода, эретелгән аҡ май ҡушығыҙ, hуңыраҡ иләнгән он ҡушып йомошаҡ ҡамыр баҫығыҙ. Ҡамырҙы дымлы туҡыма менән ябып 1 сәғәт тотоғоҙ.
Сәк-сәкте төрлө яҡтарҙа төрлөсә эшләйҙәр: эре, ваҡ, йоморо, оҙонса итеп киҫәләр.
Ҡамырҙы йоҡаҡ итеп 5 мм ҡалыннығында йәйегеҙ, йәймәне 5-7мм ҡалынлығында таҫмалар итеп киҫегеҙ. Ул таҫмаларҙы ҡәләм ҡалыннығына тиклем ҡул менән тәгәрләтегеҙ. Әҙерәк кипкәндән hуң ( 5 минут тирәhе) вак ҡына итеп турағыҙ. Сәк-сәкте ҡалын төплө hауытта (ҡаҙанда) ҡайнаған майҙа бешерегеҙ hалам төҫөнә hәтле. Бешергәндә болғатып торорға кәрәк, сәк-сәктең бөтә яҡтары бер төҫтә булғансы, бешкәндән hуң ҡайнап торған майҙан алып дуршлагка hалығыҙ, артыҡ майы ағып төшhөн.
Сироп әҙерәу: шәкәр ҡомона hыу ҡойоғоҙ, утҡа ҡуйып иретегеҙ, болғата-болғата ҡайнатып сығарығыҙ hәм бал өҫтәгеҙ. Сироп ҡуйыра башлағансы яй утта 30 минут болғатып ҡайнатығыҙ.
Сәк-сәк hыуынғас, айырым hауытта балдан эшләнгән сироп менән бутағыҙ.
Аҙаҡ hауыттарға өйөп hалығыҙ, ҡулдарҙы hыуыҡ hыуға манып сәк-сәкте өйөп ,матурлап тәрилкәгә һалығыҙ. Сәк-сәкте йөҙөм менән, борсаҡ кәнфиттәр менән биҙәп була.
Сәйҙәрҽгҽҙ тәмлҽ булһын!
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: