Файҙалы кәңәштәр
27 Июнь 2023, 05:30

Башығыҙ ауыртһа

Баш ауыртыуға зарланмаған кеше һирәктер. Ә бына хәҙер ошо баш ауырыуҙарын дауалау, мейегә көс биреү өсөн дегәнәк шашып үҫкән мәл. Тик ялҡауланмаҫҡа ғына кәрәк. Әгәр ошо мәлдән көҙгә тиклем башҡа дегәнәк ябыуҙы аҙнаһына 1-2 мәртәбә ҡулланһағыҙ ҙа, баш ауыртыуҙарын оноторһоғоҙ, сәсегеҙ ҙә ҡуйырып, матурайып китер. Шулай итеп, япраҡты әҙерәк парға тотоп алабыҙ ҙа...

Башығыҙ ауыртһаБашығыҙ ауыртһа
Башығыҙ ауыртһа

Дегәнәк баш ауыртыуын яҡшы баҫа. Япраҡты әҙерәк парға тотоп алығыҙ ҙа, йөнлө яғын башығыҙға ябып, яулыҡ менән урап ҡуйығыҙ. Был ысул баш ауыртыуҙарын яҡшы баҫа. Сәстәргә лә бик килешә. Тик дауаланыуҙы 10 – 15 минуттан башлағыҙ. Артабан хәлегеҙгә ҡарап, ваҡытты оҙайтырға була.

Һау-сәләмәт булайыҡ!

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас