Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
25 Июнь 2023, 09:00

Ҡыҫтырғыс менән ҡолағыңды ҡыҫтырһаң...

Ошолай 5 минуттай ҡыҫтырып тор. Уйламағандай эффект булыр.  Ҡытайса дауаланыу ысулы.  Тормошта һыҙланыу һәм арыуҙан бер кем дә азат түгел. Рефлексология - ул тән энергияһы менән идара итеүҙең ҡыҙыҡлы һәм ғәҙәти булмаған ысулы. Уны ҡытайҙар меңәрләгән йылдар элек уйлап сығарған. 

Ҡыҫтырғыс менән ҡолағыңды ҡыҫтырһаң...Ҡыҫтырғыс менән ҡолағыңды ҡыҫтырһаң...
Ҡыҫтырғыс менән ҡолағыңды ҡыҫтырһаң...

Ошолай 5 минуттай ҡыҫтырып тор. Уйламағандай эффект булыр. 

Ҡытайса дауаланыу ысулы. 

Тормошта һыҙланыу һәм арыуҙан бер кем дә азат түгел.

Рефлексология - ул тән энергияһы менән идара итеүҙең ҡыҙыҡлы һәм ғәҙәти булмаған ысулы. Уны ҡытайҙар меңәрләгән йылдар элек уйлап сығарған. 

Был дауалау ысулы өсөн ни бары кер элә торған ҡыҫтырғыс ҡына кәрәк була.  Уны ҡолаҡҡа 5 минутҡа ҡыҫтырып торалар.

Кешенең һәр ҡолағыны осонда 6 нөктә бар. Улар кеше тәненең бер төрлө өсөн яуап бирә. Уның һәр ҡайһыһын ҡыҫтырғыс менән ҡыҫтырып тор. Көсөң һәм энергияң ташып торор. 

1. Ҡолаҡтың өҫтө

Ул ҡолаҡ һәм яурын өсөн яуап бирә. Был нөктәгә көнөнә 1 минут баҫып торһаң, һыҙлауҙы бер аҙ баҫып тора. Был айырыуса ултыра тормош алып барған кешеләр өсөн бик тә уңайлы. 

2. Ҡолаҡтың өҫкө яҡтан бөгөлөп торған урыны. 

Был нөктә эске органдар өсөн яуап бирә. 

Әгәр һеҙ эстән дискомфорт, арыу һәм һаулығығыҙ ҡаҡашауын тойһағыҙ, ҡыҫтырғысты тап шул урынға ҡыҫтырығыҙ. 20 секундтан еңеллек тойорһоғоҙ. Шулай ҙа бындай ауыртыныуҙарҙан һуң мотлаҡ табипҡа күренергә онотмағыҙ. 

3. Ҡолаҡ бәбәктәренең эске яҡтан бөгөлөп торған урыны (Верхняя середина уха).

Был урын быуын менән бәйле. Был урынға баҫып, ауыртыуҙы һәм арыуҙы алыр. 

4. Аҫтын ҡолаҡ бәбәгенең уртаһы (Нижняя срединная часть уха). 

Был урынға баҫып, танау һәм тамаҡта еңеллек тойорһоғоҙ. Был йоҡлаған саҡта танау тоноп ҡаҡашатһа, бик тә уңайлы. 

5. Ҡолаҡ бәбәге өҫтөндә (над мочкой).

Был ашҡаҙан системаһы өсөн яуап бирә. Ашҡаҙан һәм эс ауыртыуы баҫылыр. Был профилактика өсөн ҡулланырға була. 

6. Ҡолаҡ бәбәге (Мочка)

Был йөрәк һәм баш өсөн яуаплы. Бында ҡыҫтырып, йөрәк ауырыуын, баш ауыртыуын, мигренде бөтөрөп була.  

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас