+24 °С
Ямғыр


Күптәр танау тонған саҡта танауға һуған һутын тамыҙа. Әммә һуған менән һаҡ булығыҙ: күҙҙән йәш сығарыр әсе һуты танау эсендәге тирене яндырыуы ихтимал. Шулай ҙа һуған менән дауаланырға яратыусыларға түбәндәге ысулды тәҡдим итәбеҙ. Һыу ҡайнатып, ҙур ғына башлы һуғанды 4-кә бүлеп ҡырҡырға һәм һыуға һалырға кәрәк. Танау асылһын өсөн ошо пар менән тын алырға кәңәш ителә.