Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
25 Июнь 2023, 04:00

Помидорҙы тәрбиәләү һәм уның файҙаһы

Помидор йөрәк тамырҙарын нығыта. Ундағы витаминдар иммунитетты көсәйтә. Гемоглобины түбән булғандарға файҙалы, эс ҡатыуҙан һаҡлай.  Помидорға үтәнән-үтә иҫеп торған ел дә файҙалы. Уның һабаҡтарын ваҡыт-ваҡыты менән һелкетеп алыу ҙа кәрәк. Көндөҙ теплицағыҙҙы елләтеп алырға ла онотмағыҙ. Дымлылыҡ юғары булғанда бәшмәк ауырыуҙары тарала башлай. Помидорҙың төбөн аҙнаһына бер мәртәбә йомшартып торорға кәрәк. Йәшелсә теплицала үҫһә, уны көн дә елләтеп алырға онотмағыҙ. Әгәр помидорҙың япраҡтары йә йәшелсәнең үҙе зарарланһа, уларҙы шунда уҡ өҙөп алығыҙ...

Помидорҙы тәрбиәләү һәм уның файҙаһыПомидорҙы тәрбиәләү һәм уның файҙаһы
Помидорҙы тәрбиәләү һәм уның файҙаһы

Помидор үҫентеләрен теплицаға сығарып ултыртабыҙ ҙа һәм тамыр ебәрһен өсөн күп итеп һыу ҡоя башлайбыҙ. Был ҙур хата. Сөнки үҫемлектең тамыры төпкә китмәй, өҫтә генә үҫә. Һыу аҙ булғанда, тамырҙар төпкә дым эҙләп китә. Помидор үҫә барған һайын һыуҙы әҙ итеп, әммә йышыраҡ һибергә кәрәк. Үҫемлектәр бер ай теплицала үҫкәс, уның аҫҡы япраҡтарын йолҡоп ташлау мөһим. Йәшелсә яҡшылап һеркәләнһен, емештәре төймәләнһен өсөн теплицала яҡшы шарттар тыуҙырырға онотмағыҙ. Көндөҙ температура 22 – 25, төндә 16 – 18 градус булырға тейеш. 13 градустан түбәнерәк төшһә, үҫемлектәр һеркәләнмәйәсәк. Дымлылыҡ 60 проценттан артмаҫҡа тейеш.  Помидорға үтәнән-үтә иҫеп торған ел дә файҙалы. Уның һабаҡтарын ваҡыт-ваҡыты менән һелкетеп алыу ҙа кәрәк. Көндөҙ теплицағыҙҙы елләтеп алырға ла онотмағыҙ. Дымлылыҡ юғары булғанда бәшмәк ауырыуҙары тарала башлай.

Помидорҙың төбөн аҙнаһына бер мәртәбә йомшартып торорға кәрәк. Йәшелсә теплицала үҫһә, уны көн дә елләтеп алырға онотмағыҙ. Әгәр помидорҙың япраҡтары йә йәшелсәнең үҙе зарарланһа, уларҙы шунда уҡ өҙөп алығыҙ. Бәшмәк ауырыуҙары булмаһын өсөн баҡыр препараттары менән ашлағыҙ. Шулай уҡ 10 г бор кислотаһын 10 литр һыуҙа болғатып, помидоҙарға һибеп сығыу ҙа, уны бәшмәк ауырыуҙарынан һаҡлаясаҡ.

Файҙаһы

Помидор йөрәк тамырҙарын нығыта. Ундағы витаминдар иммунитетты көсәйтә. Гемоглобины түбән булғандарға файҙалы, эс ҡатыуҙан һаҡлай. Шулай уҡ ул ҡанды таҙарта һәм ҡан баҫымын нормаға килтерә. Бауыр сирҙәренән яфаланғандарға, варикоз менән ыҙалағандарға ла помидор килешә. Нервыларҙы тынысландыра. Үпкәне таҙарта. Тәмәке ташлаусыларға помидор ашарға кәрәк. Был уларға алама ғәҙәтенән тиҙерәк ҡотолорға ярҙам итәсәк. Помидорҙың һуты ла бик файҙалы, сөнки унда бар төр витаминдар ҙа бар.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас