Файҙалы кәңәштәр
25 Июнь 2023, 08:00

Маринадланған редиска

Редисты маринадлағанығыҙ бармы? Мин дә юҡ. Бына бер шәп рецепт таптым әле. Эшләп ҡарайбыҙмы? Бының өсөн 500 гр редис, 2 теш һарымһаҡ, 1 ус укроп, 3 балғалаҡ шәкәр, 1 балғалаҡ тоҙ, 2 лавр япрағы, тәменә ҡарап хуш еҫле борос

Маринадланған редискаМаринадланған редиска
Маринадланған редиска

Редисты маринадлағанығыҙ бармы? Мин дә юҡ. Бына бер шәп рецепт таптым әле. Эшләп ҡарайбыҙмы?

Бының өсөн 500 гр редис, 2 теш һарымһаҡ, 1 ус укроп, 3 балғалаҡ шәкәр, 1 балғалаҡ тоҙ, 2 лавр япрағы, тәменә ҡарап хуш еҫле борос һәм борсаҡлы ҡара борос, 1 аш ҡалағы уксус, ярты литр һыу алына. 

Һүрәттәге кеүек редисты турайбыҙ. Алдан әҙерләнгән маринадты редистың өҫтөнә ҡоябыҙ. 

Бер-нисә сәғәттән редис үҙенә тәмләткестәрҙе һеңдереп, йомшарып китер.  

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас