Файҙалы кәңәштәр
22 Июнь 2023, 06:00

Шулай эшләһәгеҙ, кәбеҫтәгеҙгә бер ҡорт та килмәйәсәк

Шулай эшләһәгеҙ, кәбеҫтәгеҙгә бер ҡорт та килмәйәсәк Бының өсөн 10 литр һыуға 3 аш ҡалағы аш содаһы, 2 аш ҡалағы көнбағыш майы һәм 2 аш ҡалағы шыйыҡ дегет һабыны ҡойоп болғатырға. Иң мөһиме...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Шулай эшләһәгеҙ, кәбеҫтәгеҙгә бер ҡорт та килмәйәсәк

"Кәбеҫтәне ултыртыуын ултыртабыҙ, һыу бибәбеҙ. Әммә ләкин ана шул ҡорттары бит ҡаҡшата", - тигәнде йыш ишетергә тура килә. Бына һеҙгә уларҙан ҡотолоуҙың бер сараһы.

Бының өсөн 10 литр һыуға 3 аш ҡалағы аш содаһы, 2 аш ҡалағы көнбағыш майы һәм 2 аш ҡалағы шыйыҡ дегет һабыны ҡойоп болғатырға. Иң мөһиме – соданы һалғанда башта ҡайнап сыҡҡан һыуға һалып, “шыжылдатырға” кәрәк.

Был массаны кискеһен кәбеҫтә япраҡтарына һиптереп сығырға. Аҙна дауамында 2-3 тапҡыр шулай эшләһәгеҙ, ҡорттар кәбеҫтәне урап үтәсәк.

 

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас