Аш содаһы баҡсала бөтә йәһәттән файҙалы, тик уны ҡуллана белергә генә кәрәк. Виноград бешә башлау менән 10 литр һыуға 75 грамм сода һалып, ботаҡтарҙы ҡойондороғоҙ. Был процедура сереүҙән һаҡлай, емештең шәкәрен арттыра. Ошондай уҡ иретмә менән бөтә емеш ағасын эшкәртһәгеҙ, уларҙы япраҡ ашаусы ҡарышлауыҡтарҙан һаҡларһығыҙ. Сода - онло ысыҡ тип аталған үҫемлек ауырыуынан да яҡшы сара. Бер балғалаҡ соданы 1 литр һыуҙа иретеп, ҡыяр түтәленә һипһәгеҙ, япрағы иртә һарғаймаҫ. 1 ҡалаҡ сода, 1 таблетка аспирин, 1 балғалаҡ һауыт-һаба йыуа торған шыйыҡса йәки шыйыҡ һабын, 1 ҡалаҡ үҫемлек майын 4,5 литр һыуға һалып һипһәгеҙ, ҡарағат, крыжовникты зыян итеүселәрҙән һаҡларһығыҙ. Шулай уҡ содалы һыу кәбеҫтә ҡарышлауығын иҫкәртә. Сәсер алдынан орлоҡто сода һалынған төнәтмәлә эшкәртеп алһағыҙ, тағы ла яҡшы булыр.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:3b74a1d83e593de5bfd376c9aa96658f