+24 °С
Ямғыр


Был биш эсемлек төнгө йоҡоно татлы һәм сифатлы итә
Какао ☕️
Был эсемлек йоҡлар алдынан эсә торған иң шифалыһы булып тора.
Бөтнөклө сәй 🍵
Файҙалы ла, тәмле лә булған был эсемлек һеҙгә тынысланырға ярҙам итер. Бынан тыш ул күңел болғаныуын баҫа.
Ромашканан сәй🌼
Йоҡларҙан ярты сәғәт алда ромашканы сәй урынына бешереп шәкәрһеҙ генә эсһәң, йоҡоң тыныс һәм ҡаты булыр.
Һөт🥛
Бер стакан йылы һөт – йоҡо дарыуҙарына алыштырғыһыҙ көскә эйә.
Ҡайнар шоколад 🍫
Тәмле булыуынан тыш был эсемлек сифатлы йоҡо ла бүләк итә.
Хәйерле төн! Татлы төштәр күрегеҙ.