Кем емеш-еләктән бәлеш әҙерләргә ярата, бешергәндә һуты ағып, таба янмаһын өсөн нимә эшләргә кәрәк, беләһегеҙме? Бик ҡыҙыҡ ысулы бар уның. Макаронды вертикаль рәүештә бер нисә урынға эслеккә тығып ҡуйығыҙ.
Ҡайнап торған һут ошо макарон буйлап өҫкә ҡалҡасаҡ, әммә түгелмәйәсәк. Бәлеш бешкәс, уларҙы алып ташлайһың.
Табала ҡыҙҙырғанда май сәсрәмәһен өсөн саҡ ҡына тоҙ өҫтәргә кәңәш ителә.
Йомортҡаның бешкәнен сейенән айырыр өсөн өҫтәлдә үҙ күсәрендә әйләндереп ҡарарға кәрәк. Бешкәне әллә нисә ҡат әйләнәсәк, бер тапҡыр ғына икән, тимәк, ул – бешмәгән.
Эремсек әсе булһа, шул уҡ күләмдә һөт ҡушып, бер сәғәткә ҡуйып тороғоҙ. Шунан төбөнә марля һалып иләк аша үткәрегеҙ. Яңы ғына эшләнгән кеүек булыр. Ә һөттө иһә ҡамыр баҫҡанда, ҡоймаҡ ҡойғанда ҡулланырға була.
Салат эшләгәндә һыуыҡ ризыҡты йылылары менән бергә ҡушырға ярамай. Тиҙ боҙола.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 50e9ee8f2f4a00dcd2a1dba1309333f0