+24 °С
Ямғыр


Сыр
Өйҙә әҙерләгән сырға ни етә?! Ул тәмле лә, файҙалы ла, уны әҙерләүе лә еңел. Шулай итеп, 1 литр һөткә өс йомортҡа, 1,5 ҙур ҡалаҡта тоҙ, 400 грамм кефир алына.
Бөтәһен бергә бутайбыҙ ҙа, талғын утҡа ҡуябыҙ. Эремсекләнгәс, дуршлагка марля ҡуйып йәки ҙур иләк аша һөҙәбеҙ. Өҫтөн тәрилкә менән ҡапларға һәм ауыр әйбер ҡуйырға кәрәк. Өс-дүрт сәғәттән сыр әҙер. Йәшел тәмләткестәр ҡушырға була.