Файҙалы кәңәштәр
13 Июнь 2023, 13:30

БАЛЛЫ ПӘХЛӘҮӘ

20 пәхләвәнең ҡамыры өсөн 50 гр аҡ май, 50 мл һөт, 1 йомортҡа, семтем тоҙ, 225 гр он, бешереү өсөн үҫемлек майы алына.⠀Сиропҡа 75 гр бал, 150 мл һыу, 150 гр шәкәр, 50 гр ҡыҙҙырылған сәтләүек кәрәк була.

БАЛЛЫ ПӘХЛӘҮӘБАЛЛЫ ПӘХЛӘҮӘ
БАЛЛЫ ПӘХЛӘҮӘ

20 пәхләвәнең ҡамыры өсөн 50 гр аҡ май, 50 мл һөт, 1 йомортҡа, семтем тоҙ, 225 гр он, бешереү өсөн үҫемлек майы алына.

Сиропҡа 75 гр бал, 150 мл һыу, 150 гр шәкәр, 50 гр ҡыҙҙырылған сәтләүек кәрәк була.

Бар ингридиенттарҙы ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Унан ҡамырҙы һалмаға йәйгән кеүек йәйәбеҙ ҙә видеолағы кеүек төрөп сығабыҙ. Унан ҡыҙған майҙа бешереп алабыҙ.

Сиропты бал, шәкәр һәм һыу ҡойоп, сироп ҡайнатабыҙ ҙа сәтләүек ҡушып болғатабыҙ. Унан бешеп сыҡҡан пәхләүәгә ҡойоп сығабыҙ.

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас