+21 °С
Болотло


Баҡса еләгенән тел йоторлоҡ тәмлекәс
Был ҡайнатма бик үҙенсәлекле тәм менән һәм мармелад кеүек ҡуйылыҡта килеп сыға.
2 кг еләк, 1,5 кг шәкәр, 2 лимон, 25 бөтнөк япрағы, 25 базилик япрағы.
Еләкте шәкәргә болғап ултыртырға. Һуты сыҡҡас биш минут ҡайнатырға ла, бөтнөк һәм базилик япраҡтарын һалып тағы 5 минут ҡайнатырға. Ҡайнатмаға туралған лимонды һәм уның ваҡ ҡырғыс аша үткәрелгән ҡабығын һалабыҙ. Талғын утта 15 минут тотабыҙ. 8-10 сәғәткә ултыртып торабыҙ ҙа, тағы 5 минут ҡайнатабыҙ. Стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡас ябабыҙ.
Йорттарыбыҙға ҡот-бәрәкәт насип итһен!
Гүзәл Иҫәнгилдина.