Файҙалы кәңәштәр
11 Июнь 2023, 09:50

Балыҡлы бәлеш

Йәкшәмбе көн уңышлы үтһен! Өйҙәгеләребеҙҙе тиҙ генә әҙерләнә торған тәмле генә бәлеш менән һыйлап алайыҡ. Бының өсөн 1 стакан ойоған һөт (кефир), 1 йомортҡа, 1 стакан...

Балыҡлы бәлешБалыҡлы бәлеш
Балыҡлы бәлеш

Был бәлеш өсөн 1 стакан ойоған һөт (кефир), 1 йомортҡа, 1 стакан он, 1 балғалаҡ аш содаһы кәрәк була.

Эслек 1 банка балыҡ консерваһынан(йәки үҙегеҙ теләгән башҡа нәмә), 2 бешкән йомортҡанан, йәнегеҙ теләгән йәшелсәнән, 50 гр сырҙан эшләнә. 

Башта ҡамыр әҙерләп алабыҙ.

Бының өсөн кефир, йомортҡа, он, аш содаһын ҡушып бутайбыҙ ҙа майланған табаға ҡоябыҙ. Балыҡтың майын түгеп, үҙен сәнске менән иҙәбеҙ. Уға ваҡ итеп туралған йәшелсә менән йомортҡаны ҡушабыҙ. Сырҙы ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ.

Эслекте һалған саҡта, таба ситенә еткермәйбеҙ. 

Бәлеште ҡыҙҙырылған духовкаға 20 минутҡа ултыртабыҙ.

Бешеп етмәгән бәлеште алып, өҫтөнә сыр һибәбеҙ ҙә йәнә духовкаға ултыртабыҙ. 5 минуттан бәлеш әҙер. Уны берҙәй үк эҫе килеш тә, һыуыҡ килеш тә рәхәтләнеп ашарға була. 

Табынығыҙ йәмле, сәйегеҙ тәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас