Файҙалы кәңәштәр
11 Июнь 2023, 08:20

Бөтнөктән ҡайнатма

Баҡсаларҙа бөтнөктөң күкрәп үҫкән мәле. Ошо файҙалы үҫемлектән витаминға бай, һыуыҡ тейгәндән, күңел болғанғандан ярҙам иткән ҡайнатма әҙерләп булғанын беләһегеҙме? 250 г бөтнөк япрағы, 1 кг шәкәр, 2 лимон, 0,5 л һыу алына...

Бөтнөктән ҡайнатмаБөтнөктән ҡайнатма
Бөтнөктән ҡайнатма

Бөтнөктән (мята) ҡайнатма

Баҡсаларҙа бөтнөктөң күкрәп үҫкән мәле. Ошо файҙалы үҫемлектән витаминға бай, һыуыҡ тейгәндән, күңел болғанғандан ярҙам иткән ҡайнатма әҙерләп булғанын беләһегеҙме?

250 г бөтнөк япрағы, 1 кг шәкәр, 2 лимон, 0,5 л һыу алына. Бөтнөктө һабаҡтары менән йыйып алабыҙ, йыуабыҙ һәм турайбыҙ. Лимонды ҡабығы менән бергә ҡырҡабыҙ. Барыһын да кәстрүлгә һалып, 10 минут ҡайнатабыҙ ҙа, бер тәүлеккә ултыртып торабыҙ. Артабан һөҙөп алып (тик шыйыҡсаһын ғына), шәкәр һалып ҡайнатабыҙ ҙа (оҙаҡ түгел), стерилләнгән банкаларға һалып ябып, һалҡынға ҡуябыҙ. Кемгәлер был ҡайнатманың тәме шунда уҡ оҡшамауы ла ихтимал. Уның тәмләткес булыуҙан бигерәк, организмға файҙа өсөн ҡулланылыуын онотмағыҙ. Башта әҙ генә эшләп ҡарағыҙ.

Өҫтәлебеҙ - тулы, үҙебеҙ бәхетле булайыҡ!

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас