Һаҡмар
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
10 Июнь 2023, 20:25

"Табака" себеше

Русса ул "Цыпленок Табака" тип атала. Тиҙ ҙә, тәмле лә, табынға байрам төҫө биргән был тауыҡты бешерәйек. Тәмлелеге... Мммм...

"Табака" себеше
"Табака" себеше

Бының өсөн магазиндан 1 килога тиклем ауырлыҡтағы тауыҡты һатып алығыҙ. Унан эре тоҙ, ҡыҙыл әсе борос, базилик, паприка, 200 мл томат һуты йә 100 гр кетчуп, тәменә ҡарап укроп, иретелгән һары май кәрәк була. 

Тауыҡты йыуып, ҡағыҙ таҫтамал менән киптерәбеҙ. Таҡтаға һалып, түш яғынан ҡырҡабыҙ. Полиэтилен пакет ҡаплап, аш-һыу бүлмәһендәге махсус сүкеш менән һуҡҡылап алабыҙ. 

Ике яҡтан да тоҙ һәм борос һибеп сығабыҙ ҙа ыуалайбыҙ. Тәмләткестәрҙе һөртәбеҙ.

Табаға үҫемлек майын һөртөп, шунда уҡ иҙелгән һарымһаҡ һалабыҙ. Майға паприка, ҡыҙыл һәм ҡара борос, базилик һалабыҙ. Һүрән утта томат ҡойоп, 2 минуттай быҡтырып алабыҙ.

Ҡалын табаны ҡыҙҙырып, һары май һалабыҙ. Үҫемлек майы ла ярап ҡала. 

Тауыҡтың ҡанаттарын аҫҡа ҡалдырып, табаға һалабыҙ. Һүрән утта йәтешерәк ҡапҡас ябып бешерәбеҙ. Пресс кәрәк булыр. Бының өсөн йәтешерәк кәстрүлгә һыу ҡойоп ултыртырға була. 8-14  ҡурғандан һуң, тауыҡты әйләндереп һалабыҙ.

Алдан әҙерләнгән соусты тауыҡтың өҫтөнә һөртәбеҙ. Йәнә 8 минут пресс аҫтында ҡурғандан һуң туралған укропты соусҡа һалып, бешеп сыҡҡан тауыҡҡа һылайбыҙ.

Ашығыҙ тәмле, табынығыҙ йәмле, ялығыҙ күңелле үтһен!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: